Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Исеменә күрә есеме.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
14.07.2019
Размер:
550.62 Кб
Скачать

Исеменә күрә есеме

Исем – ул кешенең Ер йөҙөндәге булмышын раҫлаусы бер фактор һәм уға ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәүсе лә. Борон быға ныҡ иғтибар иткәндәр һәм уның өсөн дә исемең есемеңә тап килһен тип теләк теләгәндәр. Ғәҙәттә бала йә батыр, йә аҡыллы, йә матур, йә шәжәрәһе буйынса абруйлы кешегә оҡшарға тырыша. Мәғәнәле исем ҡушыу тәрбиә эшендә һиҙелерлек ыңғай күренеш. Үҙе аңламаған, ниндәй милләт һүҙе, ниндәй исем, нимә аңлата, ғөмүмән, берәй нәмә аңлатамы, әллә берәй атамаһы ғынамы икәнен дә белмәгән һүҙҙе исем тип йөрөтөү баланы кәмһетә.

Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғиәт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер – быны әйтеүе ҡыйын. Ләкин билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр бер дәүерендә кеше исемдәре булған. Кеше исемдәре бик боронғо замандарҙа тәүтормош дәүерендә аныҡ телмәр менән бер ваҡытта килгән тигән фекер йәшәй.

Кеше исемдәре башҡа яңғыҙлыҡ исемдәргә, мәҫәлән, ер-һыу атамаларына ҡарағанда ла социаль тормошҡа нығыраҡ бәйле. Шуға күрә ижтимағи тормош үҙгәргән һайын исемдәр үҙгәреш кисерә.

Йәмғиәттең артабанғы үҫеше бер иш, бер төрлө исем йөрөткән кешеләрҙең күбәйеүенә килтерә, аҙаштарҙы, бер төрлө исемдәштәрҙе, бер-береһенән айырыу проблемаһы тыуа. Бер төрлө исемле кешеләрҙе бер-береһенән айырыу өсөн өҫтәлмә билдә, тамға ҡуйыла. Был билдә ҡушаматты барлыҡҡа килтерә. Тарихи яҡтан ҡарағанда ҡушаматтар кеше исемдәренән алда барлыҡҡа ҡилгән. Һуңынан күп кенә ҡушаматтар, бигерәк тә тышҡы ҡиәфәткә, йә башҡа бер сифатҡа ҡарап бирелгәндәре, кеше исемдәренә әүерелеп киткән. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романындағы бер күренеш: Әхтәри йәш сағында Ырымбурҙа бик оҙаҡ хеҙмәт итеп, һуғышта батырлыҡтар күрһәтеп, крест миҙал алып ҡайтҡан. Шуға күрә уны Әхтәри Харунжий тип кенә йөрөткәндәр.

Тел һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла, ә телдең бер өлөшөн тәшкил иткән кеше исемдәрендә бындай ынтылыштың тағы ла көслөрәк икәне күренә. Ошо тенденция исемдәрҙең үҙгәреүсәнлек сифатын арттыра. Кеше исемдәренең экспрессив тәьҫир итеү яғы ла уны башҡа яңғыҙлыҡ исемдәрҙән айырып тора. Кеше исемдәренә иркәләү, кесерәйтеү ялғауҙары ҡушылып, исемдең эмоциональ, тәьҫир итеү көсөн арттыра, уға буяу өҫтәй.

Уртаҡлыҡ исемдең яңғыҙлыҡ исемгә күсеүе, яңғыҙлыҡ исемдең яһалыу процесы фекер үҫешенә лә бәйле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һәр уртаҡлыҡ исем яңғыҙлыҡ исемгә туранан-тура әйләнмәй. Мәҫәлән, “Туғандар һәм таныштар” романындағы Аҙнабай исемен алайыҡ. Был исем аҙна һәм бай һүҙҙәренең ҡушылыуынан яһылған һәм фарсы, башҡорт телендә – йома көн тыуған тигәнде аңлата.

Антропонимика өлкәһендә исемдәрҙе мәғәнәүи яҡтан бүлеп тикшереүҙең тәүге өлгөләрен күрһәткән рус ғалимы А.М.Селищев хеҙмәте әһәмиәткә эйә. Ул рус исемдәрен мәғәнәүи яҡтан 13 төркөмгә бүлеп анализлап сыға. Ошондай ысул менән Н.В.Бирилло белорус исемдәрен 34 төркөмгә, Т.Ж.Жанузаков ҡаҙаҡ исемдәрен 30 төркөмгә, Э.Г.Бегматов үзбәк исемдәрен 19 төркөмгә бүлеп тикшерә.

Беҙҙең илдә беренселәрҙән булып кеше исемдәренең дөйөмләштерелгән төркөмдәргә бүленешен, дөйөм классификацияны, билдәле венгр ғалимы Л.Рашони схемаһына таянып, А.В.Никонов тәҡдим итте. “Л.Рашони классификацияһының төп әһәмиәте шунда, - ти А.В.Никонов, - ул кеше исемдәрен төркөмләүҙә исем ҡушыуҙың дәлилләнеү сәбәбе булыу принцибын беренсе урынға ҡуя.” А.В.Никонов схемаһы буйынса, кеше исемдәре төп 3 төркөмгә бүленә:

1.Тасуири исемдәр.

2. Теләк исемдәр.

3. Арнау исемдәр.

Тасуири исемдәр 13 төргә бүленә:

1. Кешенең төҫөн, буйын һ.б. үҙенселектәрен сағылдырған исемдәр.

2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр.

3.Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр.

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр.

5. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр.

6. Сәскә, үҫемлек, иген атамаларынан яһалған исемдәр.

7. Ер-һыу атамаларына бәйле исемдәр.

8. Кешенең ниндәй хәлдә-еңелме, ауырмы-тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр.

9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр.

10. Эш, яу ҡоралдарын, һауыт-һабаны сағылдырған исемдәр.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр.

12. Һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр.

13. Оҡшаш исемдәр.

Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында үҫемлектәр, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр бар: Гөлйемеш сәскә исеменән барлыҡҡа килгән, Гөлниса гөл+ниса (гөл кеүек ҡыҙ), Гөлсирә (гөл кеүек йөҙлө) мәғәнәһен аңлата. Тәбиғәт күренештәренә бәйле яһалған исемдәр: Зиннур (нурлы), Әхтәр (йондоҙ); Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр; Вазифа “өҫкә йөкмәтелгән бурыс, хеҙмәт”, Сөнәғәт “оҫталыҡ, һөнәрлелек” мәғәнәһен аңлата.

Теләк исемдәр 5 төргә бүленә:

1. Баланы һаҡлау йолаларына бәйле исемдәр.

2. Яҡшы, изге теләк, бәхет, уңыш теләп ҡушылған исемдәр.

3. Таш, төрлө металл атамаларынан яһалған исемләр.

4.Көслө януар, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған исемдәр.

5. Социаль титул, дәрәжә, батырлыҡ атамаларынан яһалған исемдәр.

Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романындағы ҡайһы бер образдар теләк исемдәр төркөмөнә ҡарай. Лоҡман-Хәким исеме бала аҡыллы булһын тип ҡушылған исем, Һибәтулла Байгилде “бай+килде”, Мәсғүт бәхетле булһын тип ҡушылған исем, Сәмиғулла “алла һүҙен тыңлаусы”, Әхмәди “Мосолман”.

Арнау исемдәре 4 төргә бүленә:

1. Табыныу йолаларына бәйле исемдәр.

2. Этнонимдарҙан яһалған исемдәр.

3. Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлеҡ терминдарынан яһалған исемдәр.

4. Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәре. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романындағы арнау исемдәренә ҡараған образдар: Ғариф “аҡыллы, белемле, аҡыл эйәһе”, Һәҙиә “бүләк, иҫтәлек”, Ваһап “бүләк итеүсе, биреүсе, йомарт”, Талха “һайлап алынған, бик һәйбәт”.

Йомғаҡлау

Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна. Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн, исеменән оялып, исемен әйтергә уңайһыҙланып йөрөмәһен өсөн ата-әсә баланы бәләкәйҙән өйрәтергә тейеш.

Жәлил Кейекбаевтың оло ижад донъяһына инеү юлы башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы әҙипте биргән Ғафури яҡтарындағы сал Урал армыттарының ҡуйынында урынлашҡан боронғо ауылдарҙың береһе Ҡаран-Йылғанан башлана. 1911 йылдың көҙгө өшәнес көндәренең береһендә 25 октябрендә, яңыса 7 ноябрендә, ошо ауылдың крәҫтиәне Ғиниәтулла ғаиләһендә ир-бала донъяға килгәс, берәү ҙә уның киләсәктә туған халҡының ғорурлығына әүереләсәген, уның мәҙәниәте күген яҡты йондоҙ булып балҡытасағын күҙ алдына килтермәгәндер. Шулай ҙа ата-әсә балаға оло бәхеттәр юрап, ҙур өмөттәр бағлап, Жәлил – ҙур, бөйөк, данлы, шөһрәтле, атаҡлы, хөрмәтле – тип исем ҡуша. Уларҙың өмөттәре тулыһынса аҡлана. Жәлилдең тыуған көндәре, бала саҡтары болотло булһа ла, артабанғы яҙмышы ҡояшлы, шөһрәтле булды.

Бөтә быуаттарҙа ла, бөтә халыҡтарҙа ла балаға ҡарата бер төрлө ҡараш йәшәй: бала ныҡ,

һауһаҡ, көслө, аҡыллы, матур, һәләтле, ғилемле, тәүфиҡлы булһын, һәм ошо изге теләк балаға исем ҡушыуҙа, баланың исемендә сағылыш ала килгән.

Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап исемде һайлай ғына бел! Билдәле авар яҙыусыһы Рәсүл Ғамзатов “Минең Дағстаным” тигән китабында (1967) исем ҡушыу тураһында былай ти: “Ҡыҙҙар исеме йондоҙҙар балҡышына һәм сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китәптәр аҡылы сағылырға тейеш.”