Добавил:
Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ORIENTALISM_IN_BASHKORTOSTAN_COLLECTION.pdf
Скачиваний:
0
Добавлен:
26.01.2024
Размер:
47.2 Mб
Скачать

өлкәһендә: “Йәшенбәк”, “Орсоҡ”, “Сүрәкә”, “Ибрантук”, “Лапта”, “Каша”, “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Наза”, “Үхәйҙер” уйындары таралыш тапҡанын күрәбеҙ.

Үҙенсәлекле, һирәк осраған уйындарҙан Яңауыл районында яҙылып алынған “Юзкә”, Балтас районындағы “Биш таш” уйындарын билдәләп китергә мөмкин.

Яҙып алған материалдарҙан күреүебеҙсә, ҡайһы бер уйындар икешәр исем менән исемләнгән, йә бер үк уйындар төрлө ерҙәрҙә төрлөсә аталып йөрөтөлә. Мәҫәлән, Яңауыл районындағы “Почталы” уйыны менән Борайҙағы “Почта саҡырыу” – йөкмәткеләре яғынан бер үк уйындар икәне аңлашыла. Шулай уҡ, “Ҡулъяулыҡ һалыш” менән “Сысҡан һалыш” уйындары ла бер үк.

Балалар уйындарында тарихта булған ваҡиғалар ҙа сағылыш тапҡан, мәҫәлән, хәҙерге Салауат районы Мөсәт ауылында 1988 йылдарға тиклем “Аҡтар менән ҡыҙылдар” уйыны уйналды. Был уйында ике төркөмгә бүленгән балалар бер-беренә һөжүм итеп, ҡаршы төркөмдәге уйынсыға һуҡһа – “үлгән” тип иҫәпләп уйындан сығарып, йә “әсиргә алып” уйнайҙар. Ҡайһы төркөмдә кеше аҙ ҡала, шул төркөм еңелгән һанала.

Беҙҙең тарафтан яҙылып алынған уйындар өлкән быуын вәкилдәренән яҙылып алынған, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм унан һуңғы йылдарҙа уйналған. Ошо өлкән быуын вәкилдәре вафатынан һуң был уйындар онотолоп, юҡҡа сығыуҙары ихтимал. Халыҡ уйындарының онотола барыуы тураһында хәүефләнеп һәм уларҙы популярлаштырыу кәрәклеге хаҡында И.Ғ. Ғәләүетдинов та яҙып киткән [5, 5-cе б.].

Шуға ла, беҙҙең мәҡәләнең маҡсаты – уйын жанрын анализлау түгел, ә уҡыусыларҙы һирәк осраған, йәки киң таралмаған уйындар менән таныштырыу, уларҙың таралыу ареалын күрһәтеү. Шулай уҡ, беҙҙең тарафтан яҙылып алынған ҡайһы бер уйындарҙы ташҡа баҫтырып, һаҡлап алып ҡалыу ниәтенән ҡушымта бирергә булдыҡ.

Ҡушымта Яңауыл районында уйналған уйындар:

2005 йылда Яңауыл районы Эткенә ауылы Авзалов Фәнәүи Хәйҙәр улынан (1930 йылғы, мулла, милләте башҡорт):

“Шар таяҡ” уйыны. Ағастан түңәрәк шар эшләйҙәр, йоҙроҡ хәтле ҙурлығында. Шул шарға 70 см. таяҡ менән йыраҡтан ырғытаң да, һуғаһың. Тейҙерә алмаһаң, ҡаршылағы кеше шарын ала: “Хәҙер мин һуғам”, - тип.

“Тәпләкә” уйыны. Оҙон таяҡтың башын киртеп (айырып), башына бәләкәй таяҡ тығып ҡуяһың. Шуға берәү бер 10 метрҙан бәрә. Таяҡтан бәләкәй таяҡ сығып оса, көтөүсе йүгерә. Шулай ҡара-каршы һуғышалар.

“Лапталы” уйыны. Шарға таҡта менән һуғаһың. Түңәрәк ағасты таяҡ менән тәгәрәтеп, өҫтөнә мендерәһең дә, бәрәһең.

“Чүрәкәле” уйыны. Түңәрәкләп ергә таяҡтар ҡаҙап сығаһың, өҫтөнә шар ҡуяһың. Йыраҡтан таяҡ менән шул шарға бәрәләр. Тейҙерә алмаһа, икенсе кеше һуға. Городкилағы һымаҡ уйнайҙар.

“Юзка” уйыны. Төймәгә ҡуян ҡойроғо, йөн бәйләп ҡуялар. Шуны тибеп уйнайҙар. Кем нисә тапҡыр тибә ала, шул күберәк типкән еңә.

“Боҙ сана шыуыу”. Боҙ сана шыуа инек. Бер таҡтаға һыйыр тиҙәге һылайһың да, шуға һыу һибеп ҡатыраһың. Шул шәп шыуа инде.

“Арҡа-һуғыш” уйыны. Түңәрәк менән торалар. Берәү уртала арты менән тора. Арттан берәү килтереп һуға, был кеше кем һуҡҡанын әйтергә тейеш. Дөрөҫ әйтмәһә, быға һуғалар ҙа-һуғалар. Дөрөҫ әйтһә, шул һуҡҡан кешене баҫтыралар.

“Почталы” уйыны. Аулаҡ өйҙә кем-кем менән һөйләшәһе килә, шуны тыштан саҡырып сығарып, һөләшеп керәләр инде. Шуны – “почталы уйнайбыҙ”, ти инек.

123