Добавил:
Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ORIENTALISM_IN_BASHKORTOSTAN_COLLECTION.pdf
Скачиваний:
0
Добавлен:
26.01.2024
Размер:
47.2 Mб
Скачать

невозможность обнаружить материал в архивах. Только на фотографиях мы можем действительно увидеть написанные арабским шрифтом объявления о театральных представлениях. На обложке журнала «Янылык» фотография группы актеров, готовых к выезду в деревни, которая сопровождается надписью на боковой стороне телеги, возможно загруженной театральным реквизитом, по диагонали «Театр авылга».

Театральный плакат – зеркало жизни, он ясно отражает ментальность народа, характер событии, культурную жизнь города и республики. Хранить его – трудоемкое дело, возможно, поэтому пока из обнаруженного количества образцов мало представлено рисованных иллюстративных плакатов.

Воссоздание части истории арабоалфавитой театральной афиши Башкирии в России как одной из составляющих общей истории отечественного театра и графического дизайна – давно назревшая необходимость.

Литература

1. Корнилов П.Е. К орнаментике булгаро-татарского резного камня. – Казань, 1929.

2.Кусимова С. Башкирский академический театр драмы // Ватандаш. – 1997. – №

2.– С. 41-46; № 3. – С. 88-97.

3.Лебедева А. В. Культура губернского города Уфы во второй половине XIX – начале ХХ века. – Уфа, 2002.

4.Михайлова С.М., Коршунова О.Н., Казань в системе этнокультурного взаимодействия народов России // Народы России на переломе эпох (ХХ – начало XXI вв.): Сборник научных статей. – Казань: КГТУ, 2005. – С. 8-15.

5.Нургалеев К. Документы свидетельствуют. – Сов. Башкирия. –1965. – 4 августа.

Ф.Ф. Ғайсина

(Өфө ҡ.)

ҺУҢҒЫ ЙЫЛДАРҘА ЯҘЫП АЛЫНҒАН УЙЫНДАР (Фольклор экспедициялары материалдары нигеҙендә)1

Аннотация. В данной статье расматриваются башкирские игры, записанные автором в последние годы во время фольклорных экспедиций в районах Башкортостана и соседних областей. Показаны особенности и ареал распространения различных игр.

Ключевые слова: башкирский фольклор, народное творчество, детский фольклор, жанры, игры.

Abstract. Тhis article considers the Bashkir games collected by the author in recent years during folklore expeditions in the regions of Bashkortostan and the neighbouring regions. Features and distribution of various games are demonstrated.

Key words: Bashkir folklore, folk art, children's folklore, genres, games.

Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге хеҙмәткәрҙәре 2003 йылда фольклор экспедицияларын яңынан тергеҙгәс, Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙә лә халыҡ ижады үрнәктәре йыйыу эше дауам итте. Фольклористика бүлеге тарафынан халыҡ ижадының барлыҡ жанрҙары ла тиерлек яҙылып алынып, йыйынтыҡтар сығарыу эше яйға һалынды. Ошо ғилми экспедициялар ваҡытында, төрлө райондарҙа байтаҡ уйындар ҙа теркәлде. Улар

1 Исследование выполнено в рамках государственного задания ИИЯЛ УФИЦ РАН на 2018 год.

121

араһында бәләкәй балаларҙың урамда һәм йәштәрҙең, өлкәндәрҙең аулаҡ өйҙәрҙә, киске уйындарҙа уйнай торғандары ла бар. Киң билдәле уйындар менән берлектә, һис ишетелмәгән, үҙенсәлекле һәм һирәк осрағандары ла бихисап.

Хәҙерге заманда уйын жанрын күп ғалимдар өйрәнә тип әйтеп булмай, шулай ҙа, уйындар ярайһы уҡ яҡшы тикшерелгән. И.Ғ. Ғәләүетдинов [1, 2, 5] һәм Р. Ураҡсинаның [1, 2] башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған китаптары барыһына ла билдәле. Шулай уҡ, был темаға бағышланып Ә.М. Сөләймәнов [3], Ф.Ғ. Хисамитдинова [6], Р.Ә. Солтангәрәева [3], Г. Шиғаповаларҙың [7], Г.Р. Хөсәйенова [4] хеҙмәттәре донъя күргән. Әйтергә кәрәк, улар башҡорт фольклорының уйын жанрын өйрәнеү һәм һаҡлап алып ҡалыу өсөн оло эш башҡарғандар.

Ғалимдар уйындарҙы ике төркөмгә, балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар тип, бүлеп ҡарайҙар. И.Ғ. Ғәләүетдинов иһә, уйындарҙың йөкмәткеләренән сығып, уларҙы тағы ике төркөмгә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындарға бүлгән. Шулай уҡ, ул уйындарҙы төрлө миҙгелдәрҙә уйнай торғанға: ҡыш, яҙ, йәй, көҙ уйнай торғандарға төркөмләгән [5, 6-cы б.]. Беҙ был уйындарҙы тағы ла: өй эсендә һәм тышта, яңғыҙ, парлап һәм күмәкләп уйнай торған уйындар, көндөҙгө һәм киске уйындар, тип бүлер инек.

Әлбиттә, элек тә, хәҙер ҙә уйындарҙың балаларҙы физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләүҙә, уларҙың шәхес булараҡ формалашыуында йоғонтоһо иҫ киткес ҙур икәнен әйтмәй булмай. Шуға ла, уларҙың ниндәй уйын уйнауҙарына иғтибарлы булыу кәрәк.

Билдәле булыуынса, элекке заман һәм хәҙерге ваҡыт уйындары ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң уйналған уйындар менән бөгөнгөләрҙе сағыштырып булмай тиерлек. Шулай ҙа, ағастан эшләнгән шар, туптар менән уйнаған уйындар хәҙерге городки, гольф, бейсбол, теннис уйындарына оҡшаш. Мәҫәлән, “Шар таяҡ”, “Һауа уйыны” − бейсбол, теннис уйындарына оҡшағандар, “Сүрәкәле” (“Чүрәкәле”) уйыны – городки уйынына тартым, ә “Шар һуғыу”, “Сәкән (“Чәкән”) һуғыу” уйыны бөгөн хоккей исеме менән йөрөй.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа ағастан шар юнып, һыйыр йөнөн йомарлап туп эшләп, йәки һыйырҙың бәкәй быуын һөйәктәре менән уйнауҙар таралған булған. Шулай уҡ, ул замандарҙағы киң таралған уйындар булып: “Әбәк”, “Һуҡыр тәкә”, “Йөҙөк һалышыу”, “Мөйөш”, ҡышҡыһын “Сәкән һуғыу”, “Сана шыуыу” һ.б. уйындар иҫәпләнә.

Йырлы-бейеүле уйындарҙан аулаҡ өйҙәрҙә һәм киске уйындарҙа уйналған

“Наза”, Дыуан районындағы “Оҙон урҙаш”, Ҡыйғы яҡтарында “Парина”, Курган өлкәһендәге “Гөлнәзирә”, “Арпа уйыны”, Һамар өлкәһендәге “Тигермән тартыу”, “Орсоҡ уйыны” кеүек уйындар тора.

Беҙҙең тарафтан йыйылған материалдарҙан күренеүенсә, хәҙерге Яңауыл районы ерлегендә: “Шар таяҡ”, “Шар һуғыу”, “Тәпләкә”, “Лапталы”, “Сүрәкәле”, “Юзка”, “Арҡа һуғыш”, “Шығырҙауыҡ”, “Йөҙөк һалыу”, “Ҡулъяулыҡ һалыш”, “Боҙ сана шыуыу”, “Туплы” (футбол), “Почталы” уйындары; Ҡыйғы районында: “Ҡайыш” (“Татыуҙыҡ”), “Өс мөйөш”, “Биш мөйөш”, “Парина”; Борайҙа: “Лапта”, “Сәкән һуғыу”, “Староста уйыны”, “Гөр-гөр уйыны”, “Почта саҡырыу”, “Йөҙөк һалыу”; Балтас районында: “Флаг алыш”, “Дүрт мөгөш”, “Һигеҙ пар” “Әбей босмаҡ” “Һуҡыр тәкә”, “Йөҙөк һалыш” (“Яза һалыу”), “Тышҡан һалыш”, “Ҡайыш һуғыш”, “Чәпәмәк”, “Чирке”, “Биш таш”, “Һуҡыр тәкә”, “Чигендереш”; Асҡында: “Биш пар” (“Ҡапҡа”), “Ебегән”; Дыуан районында “Оҙон урҙаш уйыны”; Күгәрсен районында “Түкәт уйыны”, “Наза”; Әбйәлил районында “Ашиҡ менән уйнау” һ.б. уйындар киң таралған булған.

Свердлов өлкәһендә иһә: “Һауа уйыны”, “Бәкәй уйыны”, “Соҡор уйыны”, “Оҙатыу” (“Ат йүгертеү”), “Туп таяҡ” (“Шаҡ таяҡ”), “Арпа тапау”, “Ҡапҡа”; Курган өлкәһендә: “Арпа”, “Ағас стакан”, “Гөлнәзирә” уйындары йыш ишетелә. Һамар

122