Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

план-конспект

.docx
Скачиваний:
59
Добавлен:
07.03.2016
Размер:
13.18 Кб
Скачать

Тема: Тамыр һәм яһалма һүҙҙәр

Лексик тема: Хеҙмәт төбө һары алтын

Маҡсат:

-Һүҙбәйләнеш төрҙәрен нығытыу

-Тамыр һәм яһалма һүҙҙәрҙе үҙләштереү

-Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

-Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү

Йыһазландырыу: презентация, дәреслек, жетондар, карточкалар

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле: -Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ. Тынысландыҡ!

Уҡытыусы: Бөгөн башҡорт теле дәресен беҙ Әбдрәшитова Әлиә Рәмил ҡыҙы һәм Ғатауллина Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы алып барасаҡбыҙ. Әгәр ҙә һеҙ тәртипле, актив ҡатнашып, беҙҙе иғтибар менән тыңлап ултырһағыҙ беҙ һеҙҙең менән бик тиҙ уртаҡ тел табырбыҙ тип ышанабыҙ.

II. Төп өлөш

-Балалар, бөгөнгө дәрестең темаһын беҙ һеҙҙең менән бергә асыҡлаясаҡбыҙ. Әйҙәгеҙ беҙҙең лексик теманан башлап ебәрәйек.

-Хеҙмәт, эш тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

(Башлаған эш- бөткән эш, Эш кешене бәхетле итә, Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, Ҡалған эшкә ҡар яуа, Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ, Ҡалған эшкә ҡар яуа, Хеҙмәт төбө һары алтын).

Эш беҙгә кәрәкме ул? Ул беҙҙең тормошта мөһим роль уйнаймы? Ниндәй эштәр эшләй беләһегеҙ? Атай-әсәҙәрегеҙгә ярҙам итәһегеҙме?

Һай афариндар, күпте беләһегеҙ икән. Хәҙер мин һеҙгә ике һөйләм уҡыйым иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ.

-Эш тип йәшәне бит ул Фәрит бабай.

-Эшсе ныҡ арығас өйөнә ҡайтырға булды.

Уйлап ҡарағыҙ әле ошо ике һөйләмде нимә берләштерә? (яуаптар)

-дөрөҫ уҡыусылар, улар ЭШ һәм ЭШСЕ һүҙҙәре. Ә нимәһе менән улар оҡшаш? (тамырҙары менән)

-эйе, ЭШ- тамыр һүҙ тип атала, ә ЭШСЕ – яһалма һүҙ.