Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
9 класс.doc
Скачиваний:
106
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
208.9 Кб
Скачать

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең ниндәй үҙенсәлектәре бар?

Урыҫ һәм башҡа телдәрҙә эшләгән мәктәптәрҙә башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре түбәндәгеләр:

1. Башҡорт телен укытыуҙың маҡсаты һәм бурыстары башҡорт мәктәптәрепдәгенән ҡырҡа айырыла. Бында балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, аралашырға, уҡырға өйрәтеү үҙәк урынға ҡуйыла. Тимәк, балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүгә (әлбиттә, уҡыусыларҙың йәш һәм белем кимәлдәрен иҫәпкә алып) мөмкин тиклем күберәк ваҡыт һәм иғтибар бирелә.

  1. Бындай мәктәптәргә килгән балаларҙың әсә телен белеү кимәле төрлөсә: берәүҙәре башҡортса балалар баҡсаларында махсус ойошторола торған күнекмәләрҙә (бер ни тиклем күләмдә) өйрәнгән; икенселәре өйҙә ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән башҡортса аралашҡан; өсөнсөләре бер ниндәй ҙә әҙерлек үтмәй, башҡорт телен бөтөнләй белмәй килгәндәр. Был иһә синыфта башҡорт телен өйрәнеүҙә дәреслек материалын төрлөсә үҙләштереүгә алып килә, уҡытыу процесын ойоштороуға билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

  2. Уҡытыу урыҫ: (һәм башҡа) телендә барған мәктәптәрҙә, Башҡортостаи Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планы буйынса, бапгкорт телен өйрәнеүгә аҙнаһына 3-әр сәғәт ваҡыт бүленә. Был дәрестәрҙә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү бер дәрес рамкаһында ойошторола: унда әҙәби текстар ҙа уҡыла, уларҙың йөкмәткеһе буйынса тейешле эштәр ҙә үткәрелә, башҡорт теленең нормалары ла (практик маҡсат менән) өйрәнелә, телдән һәм яҙма рәүештә төрлө ижади эштәр ҙә башҡарыла. Йәғни, башҡорт теле дәрестәре интегратив дәрес формаһын ала.

4. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Был төр мәктәптәрҙә эшләүсе уҡытыусылар араһында тағы ла бер фекер ҡаршылығы бар: бер төркөм уҡытыусылар юғары кластарҙа ла дәрестәрҙе телгә һәм әҙәбиәткә айырмайынса, тел күренештәрен әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡығанда, уларға анализ яһағанда күҙәтергә тәҡдим итәләр. Ә икенсе төркөм уҡытыусылар аҙналыҡ өс сәғәттең береһен тел күренештәрен, ике сәғәтен туған әҙәбиәтте өйрәнеүгә бүлеүҙе уңышлы тип һанайҙар һәм шул уҡ ваҡытта әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү, уҡыу процесында, мөмкин булған осраҡтарҙа тел күренештәрен дә күҙәтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алалар һәм шулай эшләйҙәр. Беҙ уҡытыусы-практиктарҙың ике төркөмөнөң дә ҡарашын иғтибарға лайыҡ тип уйлайбыҙ һәм тел дәрестәрен әҙәбиәт дәрестәре менән бергә тығыҙ бәйләп алып барғанда ғына укыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү буйынса уңышҡа ирешеү мөмкин икәнлеген раҫлайбыҙ, ә 10-сы һәм 11-се синыфтарҙа тел һәм әҙәбиәтте айырым уҡытыуҙы хуплайбыҙ. Шул ваҡытта ғына укыусылар туған һүҙҙең мәғәнә нескәлектәрен һәм мөмкинселектәрен, матур әҙәбиәттән алынған текст эсендәге һөйләмдәрҙең үҙ-ара йоғонтоһон һәм бәйләнешен тәрәнерәк һиҙемләйәсәк, туған телдең «тәмен» тоясаҡ.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусылары сит телдәрҙе уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейештәр. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуға, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, изложениелар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙалы булыуы шик тыуҙырмай.

Нисек кенә булмаһын, бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал шул ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы практик һөйләшеүҙә аңлы ҡулланыу алымдары төп урында тора.

Әйткәндәй, әҙәбиәт теорияһы, лингвистика өлкәһенән материалдар уҡытыусыға ориентир, инструкция формаһында ғына тәҡдим ителә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

Уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүҙе өс баҫҡысҡа бүлергә мөмкин:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты — башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары Һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү. Тел буйынса материал класс һайын айырым тәҡдим ителә.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡланды. Был синыфтарҙа, фольклор әҫәрҙәренән һуң, башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған, балаларға төплө белем бирерҙәй, милли аң уятырҙай иң күренекле әҫәрҙәре алынды. Башҡортостан ирке өсөн көрәшсе-шәхестәр, рәссамдар, композиторҙар, артистар тураһындағы материалдар бирелде.

Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе укыусылар аңлы һәм тасуири уҡый алырға, тексҡа анализ яһап, уның төп фекерен әйтә белергә тейештәр. Уҡылған тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп, ябай план төҙөү, йөкмәткене тулы һәм ҡысҡартып һөйләү күнекмәләренә эйә булалар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға бәйле, һорауҙарға яуаптар бирәләр, изложение һәм инша яҙырға өйрәнәләр.

Әҙәбиәт теорияһы буйынса материалдар тәҡдим ителеп, уларҙы ҡайһы класта, ниндәй әҫәр мепән бәйләп өйрәнелеүе күрһәтелде. Әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, нигеҙҙә, текст өҫтөндә практик күҙәтеүҙәр формаһында ойошторола.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]