Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

VI бүлек Алтынсы һәм етенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү

Мәктәп... Был һүҙ менән күпме өмөттәр, тулҡынланыуҙар, борсолоуҙар бәйләнгән. Бер- ике йылдан балағыҙ уҡыусы буласаҡ. Ғаиләгеҙҙә хәстәрлектәр, шатлыҡтар, әсенеүҙәр артасаҡ. Әгәр балағыҙ яңы хеҙмәткә әҙер булһа, әсенеүҙәр аҙыраҡ булыр.

Мәктәпкә барыу бала тормошонда яңы этап башланыуын, уның белем донъяһына инеүен, яңы хоҡуҡ һәм бурыстар өҫтәлеүен, өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр урынлашыуын күрһәтә. Шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге йылдар унвң өсөн мәктәпкә әҙерләнеү һәм бөтә яҡлап үҫеү осоро булырға тейеш. Алты йәштән ете йәшкә тиклемге ара- был бурыстарҙы тормошҡа ашырыусы иң яуаплы мәл ул. Төп бурыстарҙың береһе булып баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тора. Ул – туған телдең яңғырашына, лексикаһына, грамматикаһына эйә булып тигән һүҙ. Һөйләшеүсе үҙ телмәрен үҙаллы ҡора, предметтарҙы, күренештәрҙе, хәлдәрҙе тасуирланғанда йөкмәткенең айырым өлөштәрен эҙмә- эҙлекле планлаштыра: әһәмиәтле эпизодтарын төшөрөп ҡалдырмаҫҡа, урындарын алмаштырмаҫҡа, кәрәкмәгән өҫтәүҙәр индермәҫкә, фекерҙе тамамлай белергә, бер төрлөлөккә, ҡабатлауҙарға юл ҡуймаҫҡа өйрәнә.

Баланың бәйләнешле һөйләү телмәре карина буйынса фекер алышҡанда, художествалы әҙәбиәт уҡығанда үҫешә. Хикәйә һәм әкиәттең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төрлөсә ҡуйылыуы мөмкин. Хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы һәйбәтерәк төшөнөү өсөн сағыштырыуҙар, эпитеттар, синонимдар, антонимдар уйлау, бирелгән һүҙгә рифма һайлау файҙалы.

Алты – ете йәшлектәр эпитеттар уйларға бик ярата. Тәүҙә улар ябай һүҙҙәр уйлай, торараҡ төрлөлөк күҙгә салына Синонимдар менән эш баланың телмәрен үҫтереү, байытыу өсөн әһәмиәтле. Антонимдар һайлау ҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һүҙлеген исемдәр менән генә түгел, сифаттар менән дә тулыландырырға кәрәк. Баланың һөйләү телмәрен үҫтереү эшенә художестволы әҙәбиәтуҡыу ҙур йоғонто яһай. Уҡығанда таныш булмаған һүҙҙәрҙе аңлатыу мотлаҡ. Бынан тыш һөйләү телмәрен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йомаҡтар, мәҙәктәр, шиғырҙар, һанамыштар ҙа булышлыҡ итә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе ятлағанда мотлаҡ уларҙың мәғәнәһе аңлатылырға һәм артабан телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуы күҙәтелергә тейеш.

Алты- ете йәшлек бала телдең грамматик төҙөлөшөн төшөнә башлай, әммә хаталар осрап тора. Килеш ялғауҙарын, ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ билдәләү махсус һорауҙар ҡуйыу, яуапҡа тейешле ялғау йәки ярҙамсы һүҙҙе тура килтереп һайлау ярҙамында күнектерергә була. Баланың һүҙлек запасы артыу уратып алған донъя менән туранан- тура бәйләнә. Өлкәндәр балалар менән бергә йөрөргә саҡырғанда әллә күпме яңы һүҙҙәр өйрәтә, тәбиғәт менән бәйләп, донъяны асырға ярҙам итә ала.

Телмәр үҫтереү эшендә картинаны ентекләп ҡарау һәм уның буйынса хикәйә төҙөү ныҡ файҙалы. Һүрәттә күргәнде тасуирлауҙан тыш, балаға быға тиклем һәм һуңынан нимә булырын хикәйәләргә тәҡдим итергә була. Бала телмәрен байытыу һәм грамматик төҙөлөшөн формалаштырыу менән бергә уны төрлө өндәрҙе дөрөҫ ишетергә, айырырға һәм асыҡ итеп һүҙҙәрҙә, фаразаларҙа әйтергә өйрәтергә кәрәк. Был йәштә балалар бөтә өндәрҙе, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы асыҡ, аңлайышлы әйтә, уртаса темпы, кәрәкле тауышты ҡуллана белә. Әгәр балағыҙ телмәрендә етешһеҙлек күҙәтелһә, фразаны дөрөҫ төҙөмәһә, оҡшаш өндәрҙе танымаһа, логопедҡа мөрөжәғәт итеү зарур. Ваҡытында белгес үткәргән коррекця күнегеүҙәре телмәр етешһеҙлегенән арынырға, мәктәпкә тейешле әҙерлек менән килергә ярҙам итер.