- •I бүлек Балаларҙың телмәрен үҫтереү
- •II бүлек Ғаиләл баланың дөрөҫ телмәрен үҫтереү Бер йәшкә тиклемге баланың телмәре
- •III бүлек Икенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
- •IV бүлек Өсөнсө йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
- •V бүлек Дүртенсе һәм бишенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
- •VI бүлек Алтынсы һәм етенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
- •Йомғаҡлау
- •1Ф.Г.Аҙнабаева Балаларҙың телмәрен үҫтереү 56 бит “Башҡортостан уҡытыусыһы” №11, 2010 й.
Инеш
Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә. Уның өсөн һөйләгән һүҙе – асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.
Телмәргә эйә булыу процесы ике йәштән биш йәшкә тиклем етеҙ темптар менән бара. Тап ошо арауыҡта баланың мейеһендә күпселек грамматик формалар ныҡлы һеңешеп ҡала.Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме грамматик формаларҙы системаға һалыусы баланы “лингвист“ тип атарға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, бер йәштән алып балаларҙың һүҙ байлығы берәмектәр менән иҫәпләнә; икенсе йәштең аҙағына 50–300 һүҙ, ә өсөнсө йәштең аҙағына 1000 һүҙгә барып етә. Тимәк, бала бер йыл эсендә һүҙлек составын өсләтә арттыра, ә унан һуң һүҙ йыйыу әкренерәк бара, булған һүҙҙәре ярҙамында баланың телмәрен үҫтереү өсөн иң ҡулайлы (сензитив) ваҡыт етә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һигеҙ йәшендә баланың тел нескәлектәрен айыра белеү һәләте, зирәклеге кәмей башлай. Бынан уның телмәре зыян күрмәй, киреһенсә, төрлө һүҙҙәрҙең формаларын төҙөү һәләтен юғалтҡас (тырма- тырмағыс, тараҡ тарағыс, шыуғыс, йә иһә – тәмлекәс, матурҡас,йылыҡас; тиҙерәк, тиҙерәгерәк, яйырағыраҡ, шәберәгерәк; тағы – тағындап тик ултырам, типелдәй, сипелдәй,дырылдай; һуҡһа – һуҡҡас, илаһа –илағыс, белмәйем – белмәгес; тешем ҡолап төштө, шишкам (оро, ҡубып сыҡҡан урын) сүкәйгәнме?, һинеке – һинекенеке, уларҙыҡыныҡы һ.б. формалар) ул үҙенең телмәрен йөҙ тапҡырға байыта ала.
Балала оҡшатыу рефлекстары бик көслө була. Ул дүрт йәштәр тирәһендә ололарҙан ишеткән һүҙҙәрҙе генә түгел, ә тотош фразаларҙы анализлай башлай. Ошо ваҡытта баланың һүҙҙәрҙе һәм һүҙ төҙөлөшөнөң мәғәнәһен зиһенгә алыу һәләте ололарҙыҡына ҡарағанда үткерерәк була.
Балалар теле лексикаһы үҙе бер ғилми тема була ала. Балалар телмәрен өйрәнеү телде үҫтереүҙә ҙур роль уйнай һәм хәҙерге тел ғилемендә актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Лингвостилистика проблемаларының актуаллеген күҙ уңында тотоп, балалар телмәрен тикшереү, уның үҙенсәлеген билдәләү кәрәк тип табылды. Әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, курс эшенең темаһы «Башҡорт телле балаларҙың телмәр үҫеше» тип алынды.
Курс эшенең маҡсаты булып, тормошт- көнкүреш, фольклор һәм әҙәби әҫәрҙәр балалар телмәрен үҫтереүҙә йоғонтоһон өйрәнеү, уға анализ яһау тора.
Был маҡсатҡа түбәндәге бурыстарҙы атҡарып ирешергә мөмкин:
- тема буйынса ғилми әҙәбиәтте өйрәнеү;
- фольклор һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе иғтибарлы уҡып сығып, фактик материал туплау.
Теманың өйрәнелеү кимәле
Был өлкәлә рус ғалимдары А.Александров, В.Благовещенский, А.Н.Гвоздев, B.В.Гаранина, А.Р. Лурия, А.В.Захароваларҙың эштәре бик күп. Балалар телмәре башҡорт тел ғилемендә махсус тикшерелмәгән әле. Бары тик Р. Ураҡсина, И. Ғәләүетдиновтарҙың ҡайһы бер хеҙмәттәрендә был тема сағылыш тапҡан.
Курс эшенең структураһы инештән, ? бүлектән, йомғаҡлау һәм ҡулланылған әҙәбиәттән тора.
Инеш өлөштә теманың актуаллеге нигеҙләнә, маҡсаттар, бурыстар билдәләнә, теманың өйрәнелеү кимәле кимәле күрһәтелә.
I бүлек Балаларҙың телмәрен үҫтереү
Телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.1
Телмәр һәм танып белеү әүҙемлеген үҫтереү;
Туған телдә дөрөҫ һөйләшергә һәм аралашырға өйрәтеү;
Тирә-йүн менән таныштырыу;
Балаларҙыңаң-зиһенен үҫтереү;
Башҡорт халҡының теленә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү;
Системалы эш алып барыу;
Телмәр үҫтереүгә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
1. Туған телде үҙләштереүгә ыңғай шарттар булдырыу.
2. Танып белеү һәм ижади һәләт үҫтереү нигеҙҙәрен формалаштырыу.
3. Танып белеү әүҙемлеген үҫтереү.
Балаларҙың телмәрен үҫтереү уҡытыу-тәрбиә эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Республикала уҡытыу-тәрбиә программаһы буйынса методик әсбаптар етешмәү сәбәпле, тәрбиәселәргә телмәр үҫтереү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа. Быны иҫәпкә алып, балалар баҡсаһының ижади төркөмө Ф.Г.Аҙнабаева етәкселегендә “Гөлбостан” методик ҡулланмаһын баҫтырып сығарҙы. Уға методик күрһәтмәләр, йыллыҡ эш планы, яҡынса дәрес өлгөләре һәм диагностика материалдары индерелде. Методик әсбапта милли рух тәрбиәләүгә, халыҡ мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм тарихы менән танышыуға ярҙам итерлек әҙәби әҫәр, әкиәт, йыр, шиғыр һәм башља халыҡ ижады ҡулланылды.
Тәрбиәселәр методик әсбапҡа таянып календарь-перспектив план төҙөй, телмәр үҫтереү эшен системаға һала.
Телмәр үҫтереү дәрестәрендә
– мнемотехника;
– моделдәр менән эш итеү;
– терәк-схемалар;
– модель-схемалар;
– Н.А.Зайцевтың М.Ш.Әхмәҙиева авторлығында сыҡҡан башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү алымы;
– әкиәттәрҙе коллаж ярҙамында һөйләргә өйрәтеү кеүек яңы алымдар киң ҡулланыла.
Ғөмүмән, балаларҙы таҙа, асыҡ, грамоталы һөйләргә өйрәтеү башҡорт халҡына ғына хас өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙән башлана. Башҡорт өндәре буйынса уҡытыусы-логопед Г.Р.Йылҡыбаева, А.З.Нарынбаева, М.Р.Харисова һәм Р.И.Әминевалар “Тылсымлы өндәр” исемле методик ҡулланма әҙерләне. Хәҙерге көндә был китап менән Башҡортостандағы бөтә башҡорт балалар баҡсалары ла файҙалана.
Экспериментта телмәр үҫтереүгә булышлыљ итеүсе бармаҡ, дидактик уйындар, түңәрәк эштәре киңљулланыла. “Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар” түңәрәгендә балалар шиғыр ятлау ысулдары менән таныша. Тәжрибәле тәрбиәсе Г.М.Йыһангирова түңәрәк эшендә үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы ихлас ҡуллана. Уныңкескәйҙәр өсөн яҙған шиғырҙары “Минең яҡын дуҫтарым” исемле китапҡа тупланды.
Ижади эҙләнгән тәрбиәселәр Р.Г.Ямантаева һәм Г.М.Йыһангирова “Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иңяљшы методик әсбап“ конкурсында ҡатнашып, республикала 3-сө урынға сыљты. Конкурс материалы “Гөлсәсәк” әҙәби йыйынтығында донъя күрҙе.
Эксперимент шарттарында телмәр үҫтереү эшен системалы һәм һөҙөмтәле ойоштороу – педагогтарҙың профессиональ оҫталығын үҫтереүҙе күҙ уњында тота. Был йүнәлештә балалар баҡсаһында маҡсатҡа ярашлы эш башҡарыла. Мәҫәлән, педагогтар өсөн ҡала һәм республика кимәлендә квалификация үҫтереү курстары, семинар һәм конференциялар даими ойошторолһа, балалар баҡсаһында педсовет, семинар-практикум, конференция, консультация һәм алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу системалы рәүештә үтә.
Мәҫәлән, “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү” темаһына педсовет;
“Уйын һәм күнегеүҙәр ярҙамында һүҙ байлығын арттырыу” темаһына семинар;
“Театр уйындары аша бәйләнешле телмәр үҫтереү”, “Балаларҙың ижади һөйләү һәләтен үҫтереү” темаһына консультация;
“Шиғыр ятлау алымдары”, “Һүрәт буйынса хикәйә төҙөү” темаһына консультация-практикум;
“Телмәр үҫтереү мөхитен булдырыу” конкурсы бик фәһемле үтте.
Балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә ата-әсәләрҙең роле бик ҙур. Шуға күрә эште уларҙың башҡорт телен белеү кимәлен асыҡлауҙан башланыҡ. Һөҙөмтәлә түбәндәгеләр асыљланды:
– башҡорт телен яҡшы белгән һәм иркен аралашҡан ата-әсә – 80%;
– башҡорт телен аңлаған, әммә аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисергән ата-әсә – 13%;
– башҡорт телен аңламаған йә бөтөнләй белмәгән ата-әсә – 7% тәшкил итә.
Ғөмүмән, ата-әсәләр төрлө йыйылыш һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Йәншишмә” клубы ағзаларының “Телетапшырыу йә компьютер уйындарының бала телмәренә йоғонтоһо” тип аталған сираттағы ултырышы һөҙөмтәле үтте.
Шулай итеп, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында аң-кимәле үҫешкән, үҙ туған телен яҡшы белгән, рухлы шәхестәр тәрбиәләүгә күп көс түгелә.