Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Оформление дипломных работ 6 ОЗО.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
28.04.2019
Размер:
270.85 Кб
Скачать

Курсты өйрәнеү буйынса методик күрһәтмәләр

Университетта уҡыу барышында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының ситтән тороп уҡыусы студенты IV курста курс эштәре, V курста диплом алды эше һәм VI курста диплом эше яҙа. Төп фән буйынса диплом эшен яҡлау студенттың филолог булараҡ өлгөрөү күрһәткесе, сөнки ул университетты диплом эшен яҡлап тамамлай. Диплом эшен яҙғанда студент фәнни тикшеренеү методтарын, ғилми хеҙмәттәр һәм төрлө сығанаҡтар менән оҫта эш итә белеүен күрһәтә.

Диплом эшен яҙыу түбәндәге этаптарҙан тора:

  • тема һайлау һәм етәксе билдәләү;

  • яҡынса план төҙөү, етәксе менән уртаҡ фекергә килеү;

  • конкрет бурыстар билдәләү; теманың яңылығын, актуаллеген нигеҙләү;

  • ошо өлкәгә ҡараған ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеү, шул темаға ҡағылышлы ғилми әҙәбиәткә анализ яһау;

  • диплом темаһына ҡағылышлы фактик материал туплау;

  • диплом эшенең тексын яҙыу; етәксенән тикшертеү;

  • ғилми етәксенән баһалама алыу;

  • диплом эшенә икенсе уҡытыусынан рецензия алыу;

  • диплом эшен кафедраға тапшырыу;

  • дәүләт экзаменацион комиссияһы алдында диплом эшен яҡлау.

Диплом эштәренең тематикаһы, темаларҙың фәнни яҡтан нигеҙләнгән, эшкәртелгән, ғилми әҙәбиәттең булыуын иҫәпкә алып, кафедрала ҡарала. Дипломсы кафедра тарафынан тәҡдим ителгән темалар исемлегенән үҙенә оҡшаған теманы һайлап алып материал туплай, уны фәндең бөгөнгө ҡаҙаныштарына таянып системаға һала, уға фәнни анализ эшләй, ышандырырлыҡ һығымталар яһай. Бындай эш төрҙәрен башҡарып, студент ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, фәнни анализ яһау күнекмәләренә эйә була.

Диплом эштәрен яҙыу өсөн башҡорт әҙәби теленән тейешле фактик материал туплағанда, беренсе сиратта, күренекле яҙыусылар ижадына мөрәжәғәт итеү ыңғай һөҙөмтә бирә.

Миҫалдар йыйғанда шулай уҡ әҫәрҙәрҙең жанр, тел айырмалыҡтарын да (фольклор, проза, поэзия, ваҡытлы матбуғат һ.б.) иҫәпкә алырға тырышырға кәрәк. Быға тиклем ташҡа баҫылған фәнни хеҙмәттәрҙән, дәреслектәрҙән алынған әҙер миҫалдар менән сикләнергә ярамай.

Тема 1. Диплом эшен башҡарыу этаптары

1. Тема һайлау

Эштең уңышлы башҡарылып сығыуында һайлаған теманың һәр яҡлап отошло булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Диплом эштәре хәҙерге тел ғилемендә күтәрелгән актуаль проблемаларға бағышлана. Унда өйрәнеләсәк мәсьәләләрҙә региональ үҙенсәлектәр иҫәпкә алынырға тейеш, проблеманың фәнни ерлеген һәм урындағы ғалимдар тарафынан өйрәнелеү кимәлен күҙ уңында тотоу мөһим. Студент өсөн әлегә тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән теманы һайлау отошлораҡ, сөнки тел ғилеме өсөн фәнни-ғәмәли яҡтан бындай эштәрҙең баһаһы ҙурыраҡ.

Темаларҙың исемлеге кафедрала һаҡлана, уларҙың ҡабатланыу араһы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Диплом эше яҙғанда студенттың ижади, фәнни фекер йөрөтөү һәләте камиллаша, ул ғилми хеҙмәттәр менән эш итергә, уларҙы тәнҡит күҙлегенән тикшереп, анализлап, баһа бирергә, яңы һығымталар сығарырға өйрәнә. Уның түбән курстарҙа уҡ үҙе ҡыҙыҡһынып эшләгән, ғәмәли яҡтан киләсәктә һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән үҙенең темаһын тәҡдим итеү хоҡуғы ла бар.

Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы менән роман-герман филологияһы факультетының сағыштырма тел ғилеме кафедраһында башҡарылған диплом эштәре, ғәҙәттә, фәнни-ғәмәли характерҙа була. Диплом эшен башҡарғанда студенттың университетта уҡыу дәүерендә алған системалы белеме, ғәмәли һәләте күренә. Ул диплом эшен яҙғанда студенттың һайлаған тема буйынса ғилми хеҙмәттәрҙе ентекләп үҙ аллы өйрәнеүендә, аныҡ фекер йөрөтөүендә сағыла.

Диплом эштәрен баһалағанда түбәндәге критерийҙар нигеҙ итеп алына:

теманың актуаллеге фәнни нигеҙҙә иҫбатланған булыуы;

ғилми әҙәбиәтте танып-белеү киңлеге, өйрәнеү тәрәнлеге, яҡшы сифатлы фактик материал һәм сығанаҡтар төрлөлөгө, уларҙың аныҡ эшкәртелеше;

лингвистиканың хәҙерге, йәғни һуңғы методтарын, алымдарын аңлы рәүештә анализлау һәм ҡулланыу тәрәнлеге;

тейешле фәнни стилдә яҙылған булыуы, яңы һығымталарҙың йөкмәткеле булыуы;

диплом эшенең үҙ аллы башҡарылған эш булыуы;

грамоталы, теүәл һәм йыйнаҡ тышҡы биҙәлеше.

Диплом эштәрен башҡарғанда студент эшендә күтәрелгән фәнни проблеманы хәл итергә өйрәнә.

Диплом эштәре тематикаһында лингвистиканың бөтә кимәлдәре лә, методика, сағыштырма грамматика, тел тарихы, диалектология, топонимика һ.б. өлкәләргә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр сағыла.

Диплом темаһының исеме аныҡ, йәғни унда ҡараласаҡ проблеманы асыҡ итеп күҙ алдына килтерерлек булырға тейеш. Диплом һәм диплом алды эштәренең темалары кафедра ултырышында раҫлана.

2. Календарь план

Диплом эштәренең ваҡытында башҡарылыуы, тапшырылыуы, уның сифаты туранан-тура студенттың эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Студент диплом эштәрен яҙыу графигын үтәргә тейеш, әҙер эште ваҡытында кафедраға тапшырырға бурыслы.

Диплом эшен яҙыуҙың календарь планы етәксе менән берлектә төҙөлә һәм эште башҡарыу ваҡытын дөрөҫ бүлеүгә, эште эҙмә-эҙлекле дөрөҫ ойоштороуға, аңлы һөҙөмтәләргә ирешеүгә булышлыҡ итә. Планда ниндәй этапты ҡасан башлау һәм тамамлау ваҡыты билдәләнә. Календарь планға ярашлы студент эшенең яҙылған һәр бер өлөшөн етәксеһенә күрһәтеп тикшертә бара. Студентҡа етәксенең күрһәтмәләрен һәм иҫкәрмәләрен тулыһынса үтәү, төҙәтеү мотлаҡ.