Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Дипломка Динары.rtf
Скачиваний:
64
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
3.93 Mб
Скачать

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

ИНЕШ............................................................................................................................3

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәре................................................................................................................6

    1. Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә......................................................6

    2. Морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәре....11

    3. М. Бураҡаева прозаһында тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышы, лексик үҙенсәлектәре......................................................20

    4. Эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларының М. Бураҡаева әҫәрҙәрендә ҡулланылышы.....................................................23

    5. М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышы....................................25

    6. М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдар.........................27

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаева ижадында төрлө стилдәрҙең ҡулланылышы.............................................................................................................31

2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү..................................31

    1. Ғилми стиль үҙенсәлектәре..........................................................................40

    2. Эш ҡағыҙҙары стиле.....................................................................................43

    3. Хаттар стилен (эпистоляр жанр) ҡулланыу.............................................45

    4. Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәрен мәктәптә уҡытыу.....................................47

ЙОМҒАҠЛАУ............................................................................................................54

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ...................................................................................57

ИНЕШ

Хәҙерге тел ғилемендә тел стилдәренә ҡараш бер төрлө түгел – был иң алда тел нормаһы тигән төшөнсәне нисек аңлауҙан тора. Әгәр тел нормаһы тип теләһә ниндәй дөрөҫ халыҡ һөйләү телмәре танылһа, стиль дөйөм халыҡ һөйлү телмәренең бер төрө тип аңлатыла; әгәр тел нормаһы тип дөрөҫ әҙәби телмәр танылһа, стиль әҙәби телдең бер төрө тип билдәләнә1.

Стилистика – тел ғилеменең бер бүлеге. Ул лексика, морфология һәм синтаксис менән тығыҙ бәйләнгән. Тел культураһын үҫтереүҙә стилистиканың роле бик ҙур, шуға күрә лә һуңғы ваҡытта телселәр уға күберәк иғтибар итә башланы.

Ғөмүмән, дөйөм тел ғилемендә, шул иҫәптән тюркологияла ла, стилистика тейешле кимәлдә тикшерелмәгән. Ул башҡорт тел ғилемендә лә кәрәгенсә өйрәнелмәгән. Ҡ. Даян менән Ә. Харисовтың, Ғ. Ғ. Сәйетбатталовтың һәм проф. Ж. Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәттәрен иҫәпкә алмағанда, башҡорт лингвистикаһында стилистик мәсьәләләренә арналған махсус монографиялар бик аҙ.

Стиль (грекса stylis - яҙыу рәүеше) – яҙыусы ижадына хас булған төп идея-художество үҙенсәлектәре: уның донъяға ҡарашы һәм әҫәрҙәренең йөкмәткеһен билдәләүсе тематика, һүрәтләй торған сюжеттар һәм характерҙар төркөмө, уларға ярашлы һүрәтләү саралары, тел үҙенсәлектәре. Бер һүҙ менән әйткәндә яҙыусының яҙыу манераһына ҡарап уның ҡайҙан, ниндәй урындан, үҙенең кем булыуын иҫбатлап алып була торған төр2.

Проф. А. Пешковскийҙың фекеренсә, стилистика тел менән эш иткәнлектән, әҙәбиәттән бигерәк тел ғилеменә яҡын тора3. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ, үҙебеҙҙең диплом эшебеҙҙә Мәрйәм Бураҡаева ижадын башҡорт теле ғилеменең стилистикаһында тикшерәсәкбеҙ.

Сығарылыш эшенең актуаллеге. Бөгөнгө көндә башҡорт теле уҡытыусылары, журналистар араһында стилистик хаталар йыш осрай. Шуға ла М. Бураҡаева ижадында стилситиканы тикшереү диплом эшенең актуаллеген билдәләй.

Сығарылыш эшенең маҡсаты һәм бурыстары.

Сығарылыш эшенең маҡсаты М. Бураҡаева ижадының стилистик үҙенсәлектәре мәсьәләләрен яҡтыртыу.

Сығарылыш эшенең маҡсаты түбәнге бурыстарҙы билдәләне:

  1. Мәрйәм Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен сағылдырыу;

  2. Мәрйәм Бураҡаева ижадында публицистик стилен өйрәнеү.

  3. М. Бураҡаева ижадында ғилми, рәсми эш ҡағыҙҙары, хаттар стилен өйрәнеү, миҫалдар табыу.

  4. Башҡорт теле дәрестәрендә стилистиканы уҡытыу буйынса методиканы ҡарау һәм М. Бураҡаева ижады буйынса дәрес өлгөһө тәҡдим итеү.

Сығарылыш эшенең объекты һәм предметы. Ғилми эштең объекты – Мәрйәм Бураҡаева ижадында стилистик күренештәрҙе тикшереү. Ғилми эштең предметы – Мәрйәм Бурҡаеваның проза әҫәрҙәрендә, публицистикаһында, фәнни стилендә, рәсми эш ҡағыҙҙары, эпистоляр жанрҙарын тикшереү.

Проблеманың өйрәнеү кимәле: башҡорт тел ғилемендә стилистика сағыштырмаса яҡшы тикшерелгән. Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың “Башҡорт теле” томдарында, В.Ш. Псәнчиндың хеҙмәттәрендә, Н. Сәлимовтың публицистик стиль тураһында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында баҫылған мәҡәләләрендә стилистика тураһында табырға була.

Сығарылыш эшенең яңылығы. Был хеҙмәттә М. Бураҡаева ижадының стилистика үҙенсәлектәре беренсе тапҡыр яҡтыртыла.

Сығарылыш эшенең теоретик һәм методологик нигеҙе Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың, В.Ш. Псәнчиндың, Н. Сәлимов кеүек тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәре тора.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар. Сығарылыш эшендә сағыштырма-тасуири, структур анализ, функциональ-семантик методтары ҡулланылды.

Сығарылыш эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте уның актуаллеге һәм яңылығы менән билдәләнә. Был материал башҡорт тел ғилемендә стилистиканы өйрәнеүҙә, хәҙерге башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса махсус курстарҙа һәм семинарҙарҙа ҡулланылыш таба.

Сығарылыш эшенең апробацияһы. Тема буйынса махсус семинарҙа, “Йәшлек. Прогресс. Фән.” фәнни фестивалендә (Стәрлетамаҡ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, 31 март – 11 апрель, 2015 йыл) секция ултырышында сығыш яһалды.

Сығарылыш эшенең структураһы. Сығарылыш эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәре