Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
История башкирской литературы. Киреева Л.Р..docx
Скачиваний:
42
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
3.94 Mб
Скачать

Тема 3: Хәҙерге башҡорт драматургияһы

1. М.Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”, Н.Асанбаевтың “Аҡ сирендәр”, Ғ.Шафиҡовтың “Операция”, “Бында минең төйәгем” драмаларында заман проблемалары һәм замандаш образының сағылышы.

2. И.Абдуллиндың “Төштәр оҙон булмай”, “Шундай матур ине розалар”, Н.Нәжмиҙең “Күршеләргә ҡунаҡкилгән”, Р.Сафиндың “Ғәзизәкәй-балдыҙ”, “Тилекәй”, Ә.Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым”, К.Аҡбашевтың “Китмә, Рөстәм!” пьесаларында социаль-әхлаҡи проблемалар һәм уларҙың художестволы хәл ителеше.

3. Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға”, Ф.Бүләковтың “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”, “Бибинур, ах, Бибинур”, “Онотолған доға”, “Таштуғай” әҫәрҙәренең  жанр тәбиғәте.

4. Ә.Атнабаевтың “Юлдар өҙөлгән ваҡыт”, Р.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Н.Асанбаевтың “Яралы яҙмыш” әҫәрҙәрендә драматик конфликт.

5. И.Йомағоловтың “Семәрле тәхет”, “Нәркәс” трагедияларында, Ф.Богдановтың “Атылған йондоҙ”, “Иректәге тотҡонлоҡ”, “Һин кем?”, “Мөхәббәт һәм енәйәт”, “Юлдар күперҙә осраша”, “Ғүмер ғазабы”, “Аманатҡа – хыянат” драмаларында ғүмер һәм йәшәйеш мәғәнәһе, тоғролоҡ һәм хыянат проблемалары.

6. М.Кәримдең “Киске табын”, Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын”, “Илама һылыу”, “Ҡурай”, “Ҡойма ямғырҙа”, Ф.Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт”, К.Аҡбашевтың “Һөйөүҙәренең ысын булһа”, И.Йомағоловтың “Юғалтыуҙар аша”, Н.Асанбаевтың “Майҙан тотабыҙ” драмаларында әхлаҡи мәсьәләләр.

7.Р.Байбулатовтың “Мөхәббәт хаҡына”, Ҡол-Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”, “Шартлап китһен донъяһы”, “Тышаулы өйөр”, “Һарысәс”, Н.Ғәйетбаевтың “Һөйәркәңде шкафҡа йәшер”, “Әстәғәфирулла”, “Абау, кем ята унда”, Р.Тойғондоң “Был ни хәл”, М.Садыҡованың “Бергенәм-гөлгөнәм”, “Был йөрәккә ни кәрәк?”, Ғ.Байбуриндың “Виктория”, Ф.Богдановтың “Иртәнге томан”, И.Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк” әҫәрҙәрендә мораль-этик проблемалар.

Әҙәбиәт:

Ғәйнуллин М.Ф. Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары: Тормош. Конфликт. Характер. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. –326 бит.

Килмөхәмәтов Т. Ә. Халыҡсанлыҡ көсө. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар. – Өфө: Китап, 1998. – 464 бит.

Кильмухаметов Т. А. Поэтика башкирской драматургии. – Уфа: Китап, 1995.- 336 с.

Килмөхәмәтов Т. Драматургия һәм драматургтар. - Өфө, 1986.

Аҙнағолов Р.Ғ. Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө. – Өфө, 2007, 236-271 –се б.

Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. - Өфө, 2006.

Бирем №1 «Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсы буйынса реферат өсөн темалар

  1. Мостай Кәрим шиғриәтендә лирик герой концепцияһы (һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙары миҫалында)

  2. Муса Ғәли лирикаһында замандаш образы.

  3. Марат Кәримов шиғриәтендә жанр формалары.

  4. Шәриф Биҡҡол шиғриәтендә жанр формалары төрлөлөгө.

  5. Рауил Бикбаевтың «Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны» китабына рецензия.

  6. Рауил Бикбаев поэмаларында заман һулышы.

  7. Рауил Бикбаевтың «Баҙар балтаһы», «Система» һ.б. поэмаларында тәнҡитле реализм тенденциялары.

  8. Ҡәҙим Аралбай поэмаларының проблематикаһы.

  9. Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендә жанр формалары төрлөлөгө.

  10. Ҡәҙим Аралбайҙың «Аҡ тирмә», «Таналыҡ тауышы» поэмаларының композиция үҙенсәлектәре.

  11. Әнисә Таһирова шиғриәтендә сонет жанры.

  12. Факиһа Туғыҙбаеваның «Тәүбә», «Яуап көнө» һ.б. поэмаларының жанр-композицион үҙенсәлектәре.

  13. Факиһа Туғыҙбаеваның «Минең ҡошом - Һомай» китабына рецензия.

  14. Тамара Ғәниеваның «Ҡыпсаҡтар», «Арҡайым» поэмаларының романтик асылы.

  15. Тамара Ғәниеваның «Ҡыпсаҡтар» шиғри йыйынтығына рецензия.

  16. Ирек Кинйәбулатов шиғриәте.

  17. Тимер Йосопов шиғриәте.

  18. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә сатира һәм юмор.

  19. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә публицистик һыҙаттар.

  20. Әнғәм Атнабаев шиғриәтендә лирик герой үҙенсәлектәре.

  21. Рәйес Түләк шиғриәте.

  22. Әхмәр Үтәбай шиғриәте.

  23. Хәҙерге башҡорт поэзияһында йәштәр ижады.

  24. Мәүлит Ямалетдин ижады.

  25. Хәсән Назар ижады.

  26. Розалия Солтангәрәева ижады.

  27. Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғриәте.

  28. Зөбәржәт Йәнбирҙина ижады.

  29. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы шағирҙарының ижады (Кәбир Аҡбашев, Салауат Рәхмәтулла һ.б.)

  30. Таңһылыу Ҡарамышева шиғриәте.

  31. Йәштәр ижады: Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов, Мөнир Ҡунафин, Г.Ҡотоева һ.б.

  32. Риф Мифтахов шиғриәте.

  33. Гөлнур Яҡупова шиғриәте.

  34. Йомабикә Ильясова шиғриәте.

  35. Рәмил Йәнбәк шиғриәте.

  36. Гөлфиә Юнысова шиғриәте.

  37. Хисмәт Юлдашев шиғриәте.