Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

3.3. Әҫәрҙәрҙә фразеологик берәмектәрҙең урыны

Фразеологизмдар, йәғни нығынған һүҙбәйләнештәр тип, лексик яҡтан тарҡалмай торған, составы һәм структураһы яғынан, бөтөн бер мәғәнәгә эйә булған, аралашҡанда әҙер килеш ҡулланылған һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Хәҙерге башҡорт телендә фразеологик берәмектәр килеп сығышы, структураһы һәм стилистик биҙәктәре менән күп төрлө, улар бик ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уларҙы ғалимдар төрлөсә сикләп йөрөтә. Мәҫәлән, Ж. Ғ. Кейекбаев фразеологик берәмектәрҙе киң ҡарай һәм түбәндәге төркөмдәргә бүлә: 1) ябай фразеологик ҡушылмалар (донъя көтөү, сабыр итеү, һөрән һалыу); 2) идиоматик әйтемдәр (кәкре ҡайынға терәтеү, табан ялтыратыу, теш ҡайрау). Һуңғылары күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла; в) мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр (егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ; иҙел күрмәй итек сисмә; көйҙөң оҙоно яҡшы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы) [5; 221-231].

Р.Сафин төрлө мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе бик урынлы һәм уңышлы файҙалана.

Хәйләһеҙ бит донъя файҙаһыҙ”, - тип

Әйтә килде һаман ҡорҙашым… (“Намыҫ”).

Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, тиеп

Әйтә торған ине әсәйем.

Ҡоро намыҫ менән ник һуң әле,

Ник ут йотоп әле йәшәйем? (“Намыҫ”).

Бишектәге бишкә төрләнә, тип

Әйтмәгәндәр бит ул тиктәҫкә.

Бишкә генә түгел, йөҙ ҙә бишкә

Төрләнгән дә булдә иптәштәр. (“Һабаҡташтарыма”).

З. Ғ. Ураҡсиндың ҡарашынса, фразеологик берәмектәргә тик күсмә мәғәнәгә эйә булған нығынған һүҙбәйләнештәр генә инә: биш былтыр, мал мөгөҙөнә эләгерлек, серек аҡыл һатыу һ.б. Тимәк, был ҡараш буйынса ябай фразеологик ҡушылмалар, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр фразеологик берәмектәр рәтенә инмәй [31; 22].

Фразеологик берәмектәр күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, улар художестволы телмәр сараларын тәшкил итәләр. Матур әҙәбиәттә улар актив ҡулланыла, шуға ла әҫәрҙең теле һығылмалы, баҙыҡ, халыҡсан, төрлө стилистик биҙәкле була. Миҫалдар ҡарап үтәбеҙ:

Эткә – эт тип, бүрегә – бүре һин, тип

Йәшәүҙән, йә, ни табамын?

Берәүҙәр бар: балда-майҙа йөҙә,

Түрә абзыйҙың ялап табанын. (“Намыҫ”).

Балда-майҙа йөҙөү фразеологизмы еңел, рәхәт, мул йәшәү мәғәнәләрен белдерә, табан ялау – ялағайланыу.

Әйт бер генә тағы, тик бер генә  Яғымлы һүҙ —  Янып, ут йотоп  Йөрөгән ерҙән тороп йүгерермен  Бөтә рәнйеүҙәрҙе онотоп.

(“Әйт бер генә тағы, тик бер генә...”).

Ут йотоу – ныҡ уйланыу, ҡайғырыу.

Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты

Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.

Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләне

Бер дуҫымдың нахаҡ һүҙҙәре. (“Түҙәбеҙ”).

Йөрәк һыҙлау, йөрәк телгеләнеү – нимәлер уйлап әсенеү; әрнеү.

Ғөмүмән, уңышлы ҡулланылған фразеологизмдар Р. Сафин шиғриәтендә лирик геройҙар характерын йәки автор фекерен асыуҙа ҙур роль уйнай. Был саралар әҫәр телен йәнә лә шымарта, үткерләндерә төшә. Шуның менән әҫәр теле һығылмалылана, баҙыҡлана, күркәмләнә, төрлө мәғәнә нескәлектәре, биҙәктәре тыуа

Шулай итеп, Р. Сафин шиғриәте күсмә мәғәнәле һүрәтләү сараларына бик бай. Улар шағирҙың ижадын байытып, һүҙ байлығын арттырып, телен һутландырып торалар. Ғөмүмән, һүҙ сәнғәте өсөн күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур. Улар эмоциональ-экспрессив яҡтан көслө яңғырайҙар, төрлө стилистик биҙәктәргә бай булалар, әҫәрҙең формаһы һәм йөкмәткеһе менән туранан-тура бәйләнештә тороп, әҫәр йөкмәткеһен тәрән асырға ярҙам итәләр. Тел саралары ярҙамында шағир үҙ фекерен уҡыусыға еткереп кенә ҡалмай, үҙенең әҫәрҙәрендәге шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә кисерергә мәжбүр итә.